Все новости
Өмәләр
20 Августа 2019, 07:15

Картала булмаһа ла...

«Киләсәкһеҙ» мөһөрө һуғылған Ялсыҡайҙан ситкә киткән иң һуңғы кеше Ҡәҙерғолова Ғәффә инәй булған. Улы Фәрит абзый, ике йыл инәлгәндән һуң ғына, 1975 йылда әсәһен көскә күрше Яҙлау ауылына күсерә алған.

Үҙемде Яҡут кешеһе тип иҫәпләһәм дә, минең дә тыуған ауылым ул Ялсыҡай. Беҙ, миңә 15 көн генә булғанда, ташлап китергә мәжбүр булғанбыҙ уны.

Картала булмаһа ла, кешеләр күңелендә йәшәй Ялсыҡай. Уның зыяратында күптәр үҙҙәренең Мәңгелек йортон тапҡан. Күптән түгел төрлө тарафтарға һибелгән ялсыҡайҙар, дәррәү күтәрелеп, ҡәберстанды уратып ҡуйҙы. Миңә лә ошо өмәлә ҡатышырға насип булды.

Әйткәндәй, 33 өйҙән генә торған ошо ауылдан Бөйөк Ватан һуғышына 48 кеше киткән. Шуларҙың ни бары 19-ы ғына Ялсыҡайға иҫән-аман әйләнеп ҡайтҡан.
Читайте нас: