Все новости
Өмәләр
24 Сентября 2019, 11:28

Таҙарып, яҡтырып ҡалды

Үткән аҙна аҙағында райондың барлыҡ ауылдарында тиерлек Бөтә донъя таҙалыҡ көнөнә арналған шәмбе өмәләре уҙҙы.

Район хакимиәтендә һәм башҡа учреждениеларҙа эшләгән ир-аттарҙың кемеһе бысҡы, кемеһе балта тотоп, йома көнө үк беҙҙең ғорурлығыбыҙ булған Ермолаевоның данлыҡлы Шотт паркын тәртипкә килтерҙеләр. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә сүп-сар, ағас ботаҡтарын йыйҙы.

Көҙгө көндөң һалҡын, ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, экологик акция ауылдарҙа ла гөрләп үтте. Зәк-ишмәттәр был көндө зыяраты һәм уның тирә-яғында тәртип булдырһалар, Илкәнәй ауылы халҡы ауылдарында тәртип булдырғас, зыярат кәртәләрен алмаштыра башланылар. Свобода һәм Шәбағыш халҡы ла тик ятманылар, урамдарын һепереп, сүп-сарҙан арындырҙылар. Иҫке Отрада ауылында йәшәүселәр шәмбе өмәһендә Ҡуяныш йылғаһы буйындағы сүп-сарҙы йыйыштырһалар, аҡһарылар бар донъяларын ялтыратып ҡуйҙылар. Ғөмүмән әйткәндә, был көндө район ауылдары халҡының барыһы ла тирә-яҡты нурға күмеү менән мәшғүл булды. Уларҙың күптәре үҙҙәренең эшләгән мәлдәрен фотоға төшөрөп ебәрһәләр, Яҡшымбәт мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре клубтың тышҡы һәм эске яғын йыйыштырыу эшенә шул тиклем бирелеп, хатта, фото төшөргә лә онотҡандар. «Искра» хужалығы Бар ерҙә лә өмәләр барғанда, тирә-яҡ донъяны барсаһы ла матурыраҡ итергә тырышҡанда, райондың һәр ҡыбырлағаны тырма-көрәккә йәбешкәндә, «Искра» хужалығы ситтә ҡала буламы? Хужалыҡтың иң сибәр ҡыҙҙары - бухгалтерия эшселәре, аҡса һанап ултырыуҙарынан туҡтап тороп, ишек алдын йыйыштырырға сыҡҡан.

Шулай итеп Бөтә донъя таҙалыҡ көнөндә донъяларыбыҙ күпкә таҙарып, яҡтырып ҡалды.

Р. ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: