Все новости
Өмәләр
29 Ноября 2019, 11:08

Гармун тартып, йырҙар йырлап...

Таймаҫта быйыл ҡаҙҙар һимеҙ, көр булып үҫкән. Ҡаҙҙар көр булғас, халыҡтың күңеле лә көр.
Һәр бер эште төрлөсә башҡарып була, барыһы ла кешенең үҙенән тора. Ҡаҙ өмәһен таймаҫтар тантаналы итеп үткәрергә күнеккән, гармундар тартып, йырҙар йырлап, бейей белгәне бейеп, хәтерҙә мәңгегә ҡалырлыҡ итеп, өмә яһай. Ситтән үтеп-сүтеп китеп барған кеше, ауылдағы шау-шыуҙы ишеткәндә, һорай: “Нимә бара ул һеҙҙә, берәй ҙур кешенең туйымы, Һаумыһығыҙ, ауылдаштармы, Республика кимәлендәге берәй мәҙәни сараны министр үҙе килеп һеҙҙә үткәрәме әллә?” Был һорауға таймаҫтар ғорур яуап ҡайтара: беҙҙә “Ҡаҙ өмәһе!”. Беҙ - һәр нәмәнән шатлыҡ табып, бергә-бергә татыу донъя көтөүебеҙгә, муллыҡҡа һәм һаулыҡҡа ҡыуанып, биргәненә риза булып йәшәргә күнеккән халыҡ.
Гүзәл РӘМИЕВА
Читайте нас: