Все новости
Өмәләр
24 Марта 2020, 14:00

Мосолмандар өсөн тәғәйенләнгән

Хәйер аҡсаһы барлыҡ түләүҙәр өсөн дә етеп тора, кешенән һоранып йөрөмәйбеҙ, - ти имам-хатиб Ришат Йәмилов.

- Аллаға шөкөр, мәсетебеҙ гөрләп тора. Бында йылы, бер ниндәй проблемабыҙ ҙа юҡ. Хәйер аҡсаһы барлыҡ түләүҙәр өсөн дә етеп тора, кешенән һоранып йөрөмәйбеҙ. Ауыл халҡы мәсеткә бик теләп йөрөй. Ололар ғына түгел, йәштәр ҙә, хатта, ғаиләләре менән йөрөүе ҡыуандыра. Бик күптәр тәүбә итеп, мәсет юлын тапай башланы. Кесаҙна көнө килеп ауылдаштар мәсет эргәһендәге ҡарҙы көрәп, мәсеттең эсен йыйыштырып, тәртипкә килтереп, йома намаҙына әҙерләп ҡуя, рәхмәт яуғырҙары. Йома көнө генә түгел, башҡа көндәрҙә лә мәсеткә киске намаҙға йыйылабыҙ, - ти ул.
Тулы материалды гәзиттә уҡығыҙ.
Читайте нас: