Зәк-Ишмәт ауылының Мәктәп урамындағы һыу торбаһы проблемаһы кисектерелгән.
- Ҡасандыр һалынған тимер торбалар иҫкереп, тишелеп бөткәйне. Ер аҫтынан үткән тимер торба янында пластик торба ла ятҡан. Тик ниңәлер ул файҙаланылмаған. Әле һыуҙы шул пластик торбалар аша ебәреүгә өлгәштек. Ә инде йорттарға һыу торбаларын тартыуҙы халыҡ үҙ аҡсаһына алмаштыра. Был хаҡта алдан уҡ ауылда ойошторолған сходта һөйләшеп килешелгәйне. Техника менән Күмертауҙан “Стройтехсервис” компанияһы ярҙам итә, уларға рәхмәт, - ти Зәк-Ишмәт ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов.