Все новости
Өмәләр
18 Ноября 2020, 12:30

Уңайлы ваҡыт

Районыбыҙ ауылдарында ҡаҙ өмәләре дауам итә. Һауа торошо ла, үҫтерелгән ҡош-ҡортто эшкәртеп, туңдырып һаҡлап ҡалыу өсөн бик уңайлы шарттар тыуҙыра.#ҡаҙӨмәләре #Кинйәабыҙ #газетаЮшатыр

Әлфиә Биктимирова: Беҙ ҙә Морапталдан, 12 көнлөк кенә 40 ҡаҙ бәпкәһе алған инек, тоҡомдары яҡшы, ныҡлы булдылар. Йорт-ҡура тирәһе киң, сығарып көтөү өсөн урындар ҙа етәрлек. Өҫтәмә ашатыуға пай ерҙәре өсөн бирелгән ашлыҡ бик яҡшы булып ҡала. Бик кәрәкһә фермерсыларҙан да алырға мөмкинлектәр бар. Үҙебеҙ, балалар өсөн аҫыраған ҡош-ҡорт, һатыуға ҡалмай ҙа ул. Өмәгә саҡырылыусы, Башҡорт Морапталынан булған, бергә-бергә ҡатышып йәшәгән, иремдең әрмеләге хеҙмәттәш иптәштәре: Рәмил һәм уның ҡатыны Әминә Минибаевтар, Абдулла һәм уның тормош иптәше Фәнилә Хамитовтар, шулай уҡ, минең класташым Әлфиә Ибатуллина һәм беҙҙең туғандар ярҙам итте. Улар менән бергә күңелле итеп эшләп, йырлашып ял көндәре үтте.
Тулы материал 92-се һанда.
#ҡаҙӨмәләре #Кинйәабыҙ #газетаЮшатыр
Читайте нас: