Бөтә яңылыҡтар
Өмәләр
11 Декабрь 2020, 18:00

Барыһының да ҡаҙы бер

- «Ҡаҙ өмәһе» йолаһын 4 милләт вәкилдәрендә күҙҙәттек. Барыһы ла сараны матур ойошторған, ҡунаҡтарҙы ныҡлы әҙерләнеп ҡаршы алдылар."#йолалар #өмәләр #традиции #ҡаҙӨмәһе #газетаЮшатыр

Данил Акилов, Район хәкимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары:
- «Ҡаҙ өмәһе» йолаһын 4 милләт вәкилдәрендә күҙҙәттек. Барыһы ла сараны матур ойошторған, ҡунаҡтарҙы ныҡлы әҙерләнеп ҡаршы алдылар. Һый-хөрмәттән өҫтәлдәр һығылып торҙо. Иң беренсе беҙ, Керәүле-Илюшкин ауылына, сыуаш халҡының ҡаҙ өмәһе йолаһын ҡарарға барҙыҡ. Милли костюмдарҙа, ихлас, асыҡ күңелле кешеләр ҡаршы алды беҙҙе. Ҡаҙ өмәһен һуйып, йолҡоп, өткәндәренә тиклем күрһәттеләр. Артабан Отрада ауылына урыҫ халҡының йолаларын күрергә барҙыҡ. Был ауылда ла мәжлескә ныҡлы әҙерләнгәндәр, ҡаҙ булып кейенгән балаларға, милли костюмдар кейгән апайҙар, урыҫ халҡында ҡаҙ-өмәһе йолаһының нисек үтеүе тураһында һөйләнеләр. Шунан татар халҡының йолаларын күрер өсөн, Яңы Мораптал ауылына барҙыҡ. Бында беҙҙе татар милли костюмында ҙур ҡанатлы ҡаҙ ҡаршы алды. Матур итеп биҙәлгән сәхнәлә еренә еткереп йолаларын күрһәттеләр, хатта сараға тере ҡаҙҙар ҙа алып килгәндәр. Бейешеп, йырлашып, мул табында һыйланып артабан киттек. Яҡут ауылында беҙҙе башҡорт халҡы ҡаршы алды. Был ауылда инде ҡаҙ өмәһен традицион яҡтан да, цивилизацион яҡтан да уйланылып, тулыһынса башынан аҙағына тиклем күрһәттеләр. Хатта йылғаға йыуырға ла алып барҙылар, шунан ҡайтып, ҡаҙҙарҙы бешереп, йола буйынса өлөштәр бүлеп, һәр беребеҙгә мул өлөш һалып һыйланылар. Башҡорт халҡының йолаһы буйынса, ашап бөтмәгән өлөштәребеҙҙе күстәнәскә һалып ҡайтарҙылар. Иҫ киткес матур, халыҡсан сараның уртаһында ҡайнап йөрөгәнемә сикһеҙ шатмын, бөгөнгө көн йылы, матур тәьҫораттарға бай булды. Сараны ойоштороп, үткәреүселәргә ҙур рәхмәттәр әйтәбеҙ, афарин.
Игорь Ворошилов, Венер Хәмитов, Галина Майорованың фекерҙәре 99-сы һанда баҫылды.
Читайте нас