Ысынында, Яманһарыла алаһы ла ҡолаһы ла бар. Һап-һары сәслеһе лә осрай, сөм ҡараһы ла бар, күҙҙәр ҙә төрлө ҡара, зәңгәр, һоро... Һуңғы мәлдә генә аҡ сәслеләр күбәйҙе.
Яманһарыларҙы, улар ниндәй төҫтә булһа ла, бер нәмә берләштерә: берҙәмлек. Нимә башҡарһалар ҙа бергә дәррәү тотона. Был хәлгә миҫалдар етерлек – зыяраттарын райондағы иң ҙур хаҡҡа кәртәләнеләр, береһе лә үткәрә алмаған һыуҙарын үткәрҙеләр. Бына әле лә өмә тигәс, ҡыбырлай алған барыһы тышҡа сыҡты. Афарин, яманһарылар, һеҙ - яман шәп халыҡ.