Өмәләр
28 Апрель 2021, 03:24

Һеҙҙе онотҡан юҡ

Шәмбе көнө кемуҙарҙан барыһы ла субботник фотоларын һалды интернет селтәрҙәренә, "Юшатыр" гәзите барыһын да яҡтыртып барҙы. Бер Яҡшымбәт кенә тороп ҡалған кеүек булды. Беҙ субботаламаныҡ, ә восресеньеланыҡ был эште. Кемдер әйтер, һммм... бар Рәсәй буйлап акция үтте лә баһа, быларға ҡағылмаймы икән ни тип? Ҡағыла, нисек инде ҡағылмаһын, эштән ҡасып ҡала торған ауыл түгел дә ул, төпкөлдә урынлашһа ла, бар нимәһе бар. Шәмбе көнө иртән үк беҙ ҙә сыҡтыҡ субботникка, әммә ямғыр ҡамасауланы. Әәәәәй, ярай ул тип, фото ғына төшөп тә ҡайтып китеп була ине был көн, әммә беҙ улай өйрәнмәгән, шуға был көндө Яҡшымбәттең субботниктан фотолары "Юшатыр"ҙа күренмәне.

Ауыл биләмәһе башлығы, әйҙәгеҙ ҡыҙҙар, егеттәр иртәгә, йәғни йәкшәмбе (воскресенье) иртән сығып эшләйек тигән тәҡдим яһаны, барыһы ла риза булды, һәм воскресенье субботник, воскресник үткәрҙек. Паркты йыйыштырҙыҡ. Шул матур миҙгелдән фотолар ҡуябыҙ. Ә субботниктарға килгәндә бик күңелле уҙа ул хөрмәтле ауылдаштар. Минулла Ғәйзулла улының "Алла ярҙам бирһен!" тип килеп кереүе генә ни тора. Йөрөһәгеҙ үкенмәйәсәкһегеҙ. Олораҡтар бәлки Совет заманына ҡайтҡан кеүек тә булыр, элеккеһе коммунизмды ҡайтарып булмаҫ инде хәҙер, ә Совет ваҡытындағы кеүек күңелле миҙгелдәрҙе ҡайтарыу үҙебеҙҙән тора. Берәү ҙә тыймай, хатта барыһы ла хуплай кеүек.
Редакциянан: Яҡшымбәттең уңған егет-ҡыҙҙары! Ысынлап та, һеҙгә ҡул барып етмәне, ғәфү. Унан килеп, һеҙ көн дә нимәлер эшләйһегеҙ, тик ятҡанығыҙ юҡ, йә мәктәп, йә китапхана, йә клуб, йә тағы кемелер нимә менәндер мәшғүл. Ҡулығыҙға күҙ эйәрмәй. Бик теләһәк тә, һәр яҡшы эшегеҙҙе яҙып барырға хәлдән килмәй, һеҙҙе, шулай ҙа, баһалайбыҙ, беҙ, ярай- халыҡ баһалай. Маладсы.
Читайте нас