Өмәгә ауыл тормошона битараф булмағандар тыңлап сыҡты, тыңламағаны юҡ. Ундайҙар һирәк, ауыл халҡы тыңлап бара, ниндәй генә эш килеп сыҡһа әүҙемдәр. Ике төркөмгә бүленеп эш башҡарҙыҡ: берәүҙәр былтырғы үләндәрҙе сапты, икенселәр тейәп түгеп торҙолар, ҡатын-ҡыҙҙар тырматты. Шулай күмәкләп тотонғас, байтаҡ эш эшләнде. Эштәрҙе тамамлағас матур ял да ойошторҙоҡ. Беҙ эшләгәнсе, ҡатыным, апай-инәйҙәр сәй табынын ҡороп та ҡуйғандар. Дәртләнешеп эшләнек тә, сәй ҙә эстек.