Ҡалаға яҡын булыуҙары, барыбер, шәп. Өмә тигәндә лә шәп, Күмертауҙа йәшәгәндәр тиҙ генә ҡайта ла төшә. Аулыда йәшәгәндәре лә әүҙем, ҡырҡ тапҡыр ҡабатлап әйтергә кәрәкмәй. Бигерәк тә Шәбағыш ауылы башлығы үҙе юл башлап йөрөгәс, уғата дәртләндертә. Ҡансыралар өмә яһаған, шулай итеп. Кемгә-кемгә, уларға таҙа йәшәргә кәрәк, брендлы ауыл бит ул.