Өс ҡатлы йорттан сыҡҡан халыҡ шулай өмә менән мәж килде. Бер ҡараһаҡ, ҡапҡанан йәнә бер көтөү кеше инеп килә, былар бөтмәне икән һаман тиһәк, быныһы туй икән. Фотосессияға килгәндәр. Өмә бөткәс, унан да яҡшырағы, ремонт бөткәс (бында елле ремонт бара) килһәләр, яҡшыраҡ булыр ине. Тик йәшлек көтөп тора буламы? Күңелдәре булғансы фотоға төштөләр, лауылдаштылар ҙа, пипелдеген сығарып, ресторанға киттеләр. Ә өмә дауам итте, серәкәйҙәр һәм ремонт бөткәнен ул да көтөп тора алмай ине.