Хөрмәтле Ҡунаҡбай ауылы халҡы, сит тарафтарҙа йәшәүсе яҡташтар!
12 июндә ауыл зыяратын төҙөкләндереү буйынса ҙур өмә ойоштораласаҡ. Зыярат - изге ер, унда һәр беребеҙҙең ата-бабалары, туғандары, яҡындары ерләнгән. Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу, хөрмәтләү йөҙөнән ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереү, зыярат кәртәһен буяу - иҫән кешеләрҙең изге бурысы. Барыбыҙҙың да һуңғы барыр урыны буласаҡ мәңгелек йортобоҙға битараф булмайыҡ, ауылдаштар! Дәррәү йыйылып, ошо изге, сауаплы эште берҙәм генә башҡарып сығайыҡ! Өмә сәғәт иртәнге 9-ҙа башлана.
Ойоштороу комитеты ҡорбан салып, аш табыны әҙерләй. Әрүахтар рухына бағышлап ҡөръән аяттары ла уҡытыласаҡ.
Ойоштороу комитеты.