Ашап-эскәндә генә былар шәп икән тимәгеҙ, эштә лә яманғолдар шулай. Хәйер, нимәһен әйтәһең, беҙ, ҡул еткәнсә, уларҙың барлыҡ эштәрен яҙа барҙыҡ- үҙегеҙ беләһегеҙ.
Кисә лә, өмә тигәстен, барыһы ла бер булып сыҡҡан. Бер юлы ике эште эшләгәндәр - зыяратты ла тәртипкә килтергәндәр, мәсеттәре тирә-яғын да йыйыштырғандар. Ике ҡулға бер эш. Ошо эште башҡарған барыһының да ҡулдары һыҙлау белмәһен ине.