Все новости
Өмәләр
31 Мая 2021, 10:24

Битараф булмағандарға рәхмәт

Ауылда тыуып-үҫеп, бөгөн ситтә йөрөүселәр ял ойоштороуға бигерәк әүҙем. Ауыл тормошона, тәбиғәтенә битараф булмаған аллабирҙеләргә рәхмәтлебеҙ. Транспорт менән тьәмин иткән ауыл старостаһы Байрас Салауат улына, әрмәндәргә рәхмәт.Мин бит ауылда йәшәмәйем, тип аҡланып өмәнән баш тартыусыларҙың арала булыуы үкенесле.( Әлбиттә көсләп асылған күҙҙең нуры булмай тигәндәй, ундай өмәсенең арала йөрөүенән бер файза ла юҡ, тик шулай ҙа...)

Аллабирҙе ауылының йәме, ғорурлығы булған туғайҙа тирәктәр йылдан йыл һирәгәйә. Ҡороп ауған тирәктәр нисәмә йылдар туғайҙы йәмһеҙләп ятты, ауыл халҡы ҡороларын утынға ташып яға ине, ни эшләптер рөхсәт итмәнеләр, шунлыҡтан туғай ныҡ бысранды, йәмһеҙләнде. Йәкшәмбе аллабирҙеләр өмә ойошторорға ҡарар иттеләр.Трактор, бысҡы тауышы ауылды күмде, халыҡ эш кейемендә туғайға ағылды. Биш трактор өмәселәр йыйнаған сүп-сарҙы ташып торҙо,киске алтыға тиклем эш дауам итте. Бер өмө менән генә туғай таҙармай, шунлыҡтан тағы өмә үтәсәк. Берҙәм хеҙмәттә ҡатнаша алмай ҡалған аллабирҙеләр мотлаҡ сығабыҙ, беҙ бит белмәй ҡалдыҡ, тиҙәр. Мин бит ауылда йәшәмәйем, тип аҡланып өмәнән баш тартыусыларҙың арала булыуы үкенесле.( Әлбиттә көсләп асылған күҙҙең нуры булмай тигәндәй, ундай өмәсенең арала йөрөүенән бер файза ла юҡ, тик шулай ҙа...) Бар халыҡ ошо туғайҙа ял итә, кистәрен йәштәр йыйыла. Ауылда тыуып-үҫеп, бөгөн ситтә йөрөүселәр ял ойоштороуға бигерәк әүҙем. Ауыл тормошона, тәбиғәтенә битараф булмаған аллабирҙеләргә рәхмәтлебеҙ. Транспорт менән тьәмин иткән ауыл старостаһы Байрас Салауат улына, әрмәндәргә рәхмәт.
Сания Кузбаева Аллабирҙе ауылы Төйлөгән районы Ырымбур өлкәһе
Читайте нас: