Все новости
Өмәләр
5 Июня 2021, 16:57

Төшөрһәгеҙ ҙә була

Теге ваҡыт Керәүлегә эш сәфәре менән барғас (мәктәптәренең хәлен белергә) янға жыулап бер машина килеп туҡтаны. Йөк машинаһы. Газель. Кабинанан Илшат Әмәкәсов төштө. Хәл-әхүәл белешкәс (нисек тормош, ғаилә, балалар, һаулыҡ), арбаға күҙ төштө - нимәлер тейәп алып ҡайтып бара ла баһа. Нимә ул? Профнастил, зыяраттың будкаһын көпләргә ине. Әйҙә, фотоға төшөрәйек. Юҡсы, саҡ ҡына берәй нәмә күреп ҡалыу менән төшөрәйек тиһегеҙ, эште тамамлағас, рәхим итегеҙ.

Теге ваҡыт Керәүлегә эш сәфәре менән барғас (мәктәптәренең хәлен белергә) янға жыулап бер машина килеп туҡтаны. Йөк машинаһы. Газель. Кабинанан Илшат Әмәкәсов төштө. Хәл-әхүәл белешкәс (нисек тормош, ғаилә, балалар, һаулыҡ), арбаға күҙ төштө - нимәлер тейәп алып ҡайтып бара ла баһа. Нимә ул? Профнастил, зыяраттың будкаһын көпләргә ине. Әйҙә, фотоға төшөрәйек. Юҡсы, саҡ ҡына берәй нәмә күреп ҡалыу менән төшөрәйек тиһегеҙ ҙә тораһығыҙ, эште тамамлағас, рәхим итегеҙ.
Илшат Әмәкәсов юҡты бушҡа ауҙара торған кеше түгел, соҡорҙан һикереп сыҡмаҫ борон Һоп тиергә яратмай.
Бына бөгөн Уңғар ауылы зыяратының будкаһын, алдан әйткәнсә, көпләп тә ҡуйғандар. Аҡсаны бөтә мир менән йыйғандар, ситтә йәшәгәне лә биргән. Һәйбәт, ҙур эште теүәлләп ҡуйҙыҡ, ти Илшат Ришат улы, бына хәҙер фотоға төшөрһәгеҙ ҙә була.
Төшөрөргә тура килмәне, үҙе ебәрҙе, рәхмәт. Будка өсөн дә, фото өсөн дә.
Читайте нас: