Все новости
Өмәләр
12 Июня 2021, 11:41

Былай булғас, бөтмәҫ

Был турала гәззитәр яҙҙы, радио һөйләне, хәбәр телдән-телгә лә таралды. Тик сәбәп уларҙа ғына түгел: Ҡунаҡбай ауылы зыяратында өмәгә халыҡ ныҡ күп килде лә ҡуйҙы - улар үҙҙәре шулай илһөйәр, берҙәм халыҡ.

Өмә тигәс тә, уны, барыбер, кемдер ойошторорға тейеш, Ватан хужалығы етәксеһе Ғәйнетдин Мөхәмәтов тотонмаһа, тағы кем тотонһон, нисәмә йыл был һәм Ҡунаҡбайға ҡағылышлы башҡа эштәрҙә ул йөрөй. Ауылды ҙур тип әйтеп булмай, башҡа бик күп ауылдарҙың аяныслы яҙмышын ҡабатларға йыйынған мәле - халыҡ кәмей. Шулай ҙа, анау сама халыҡты күргәс, Ғәйнетдин Ғәзиз улы: былай булғас, Ҡунаҡбай бөтмәй, тип ҡуйҙы.
Кәртә буяу, икенсе яҡтан керә торған ергә ҡапҡа ҡуйыу, үлән сабыу, сүп йыйыу... Һәммәһе, "әйҙәгеҙ" тигәнде лә көтмәй, эшкә йәбеште. Бәғзе бер ҙур ауылда ла өмәгә, дөрөҫөндә, был сама кешене сығарып булмай.
Техника... Хәҙерге заманда уның булыуы бик мөһим, ә бында бер юлы әллә нисә трактор әҙәмгә ярҙам итә. Янда ғына оҙон булып өҫтәлдәр теҙелгән, танауҙы ҡытыҡлап, эшкә дәрт биреп, аш бешә....
Читайте нас: