Все новости
Өмәләр
13 Июня 2021, 11:08

Үҙегеҙ тойорһоғоҙ

Зыяраттарҙы тәртипкә килтереү бар ерҙә киң ҡолас менән бара. Кисә Ҡунаҡбай ауылы сыҡҡайны, был көндө шулай уҡ түкәндәр ҙә ҡуҙғалды - мөҡәддәс бурысты үтәп ҡуйыу зарур.

Зыяраттарҙы тәртипкә килтереү бар ерҙә киң ҡолас менән бара. Кисә Ҡунаҡбай ауылы сыҡҡайны, был көндө шулай уҡ түкәндәр ҙә ҡуҙғалды - мөҡәддәс бурысты үтәп ҡуйыу зарур.
Ҡунаҡбайҙа башлап йөрөүсе Ғәйнетдин Мөхәмәтов булһа (һәр ерҙә ошондай кемдер кәрәк тип яҙғайныҡ), Түкәндә Сәхәүетдинов Фәнис бындай кеше булған. Свободанан, Күмертауҙан килгәндәр, Түкән һәр береһе өсөн ғәзиз төйәк. Шулай ҙа халыҡ самалы булды, ти Свобода ауыл хакимиәтенең элекке башлығы Сания Сәйетбатталова. Ҡансыра ауылынан Рәсүл хәҙрәт килеп аят уҡыған. Кемдәр килгән - ҙур рәхмәт, минең рәхмәт әллә ни түгел, әреүахтар рәхмәтен үҙ тормошоғоҙҙа тойорһоғоҙ - был һүҙҙәр әйтелмәһә лә, барыһы ла уны ишеткән.
Читайте нас: