Все новости
Өмәләр
22 Июня 2021, 16:11

Ғәйепләп ҡалма, ялан

"Үҙ артыңдан ҡый ҡалдырма" -ошолай тип өйрәтеп үҫтерҙеләр беҙҙе, ҡайҙан булһа ла тороп китһәң, артыңа боролаһың, бер нимә лә ятып ҡалманы икән?

Һабантуй байрамдарын гөрләтеп үткәрҙек, һаман булһа унан күптәр айный алмай. Байрамды ҡабул иткән яландың да айнығаны юҡ - сүп-сар менән тултырып киттеләр үҙен. Тик хакимиәттә өләсәй тәрбиәһен ныҡлы алып үҫкәндәр эшләй, бөгөн, күмәкләп, яланды йыйыштырырға сыҡтылар. Беҙ ҙә аҙ-маҙ булыштыҡ. Баҡан, башҡа бағаналар, ни ғиллә менәдер, иҫәндәр, элегерәк хужалыҡта кәрәк була тип, уларҙы быса ла, ала ла китә инеләр. Сүп етерлек. Күбеһенсә, шыптыр ҙа, ҡағыҙ. Ҡулға шарап шешәһе лә килеп эләкте, кемдер, түҙмәгән: һабантуй араҡыһыҙ була тип әйтһәләр ҙә, ҡул һелтәгән: эсмәйенсә, байрам байрам буламы ни?
Рәхмәт һиңә, ялан, барыһы өсөн, киләһе йылға тиклем, һау бул. Иҫән булһаҡ, тағын күрешербеҙ, ғәйепләп ҡалма.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: