Все новости
Өмәләр
1 Июля 2021, 10:37

Бесән өмәһе

Халҡыбыҙҙың иң гүзәл йолаларының береһе ул. Бесән өмәһе. Бында барыһы ла бергә йыйыла: көс, дәрт, һәләт-оҫталыҡ һәм, әлбиттә, йыр-моң, аш-һыу.

Зәк-Ишмәт, Шәбағыш, Иманғол (Ырымбур өлкәһе), Күмертау һәм Мораптал үҙе. Бөгөн, ең һыҙғанып, бесән сабасаҡ. Бесән сабыу менән генә сикләнмәйҙәр, әлбиттә, башҡа төрлө конкурстар ҙа була. Ҡазанда былау бешеп ултыра... Күңелле булмаҡсы өмә.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: