Все новости
Өмәләр
1 Июля 2021, 14:25

Самауыр сәйе һәм миндек серҙәре

Ҡайһы бер кеше бәйләй миндекте, сабынғанда арҡаңды ҡайыш менән ярған кеүек эҙҙәр ҡала (мазохистарға ғына оҡшамаһа был), икенсе кеше бәйләй - ҡулыңда һөйлдәр барлыҡҡа килә -ныҡ эре итеп бәйләгән.

Самауыр сәйе, исмаһам, сәй кеүек, эсеп туйырлыҡ түгел. Тәбиғи. Ниндәй өмә, бигерәк тә, бесән өмәһе, сәйһеҙ булһын? Самауыр ҡайнатыу буйынса ярыштылар, нимә ул сәй ҡайнатыу тип уйлмағыҙ, уның нексәлектәре күп. Артабан миндек бәйләү булды. Уныһы ла рәхәт эш түгел, ҡайһы бер кеше бәйләй миндекте, сабынғанда арҡаңды ҡайыш менән ярған кеүек эҙҙәр ҡала (мазохистарға ғына оҡшамаһа был), икенсе кеше бәйләй - ҡулыңда һөйлдәр барлыҡҡа килә -ныҡ эре итеп бәйләгән. Бөгөн ситтән килгән һәр кешегә матур, оҫта итеп бәйләнгән миндек бүләк иттеләр - сабынығыҙ, һаулыҡты нығытығыҙ.
Был өмәнең барлыҡ нескәлектәре киләһе һанда гәзиттә баҫылыр.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: