Все новости
Өмәләр
2 Июля 2021, 09:20

Бесән, миндек һәм самауыр сәйе

Рәмилә Әкбәрова, Зәк Ишмәт ауылы:- Ара йыраҡ булһа ла, саҡырыу алғас, шатланып, ашҡынып килеп тә еттек. Был сараны ойоштороусыларға иҫең китер, шул тиклем матур әҙерләнгәндәр.

Рәмилә Әкбәрова, Зәк Ишмәт ауылы:
- Ара йыраҡ булһа ла, саҡырыу алғас, шатланып, ашҡынып килеп тә еттек. Был сараны ойоштороусыларға иҫең китер, шул тиклем матур әҙерләнгәндәр. Халҡыбыҙҙың борондан килгән йолаларын оноттормай йыл да ҙур байрам итеп үткәрәләр. Бесән өмәһен үткәреүселәргә, афарин, тип әйтергә ҡала. Мин үҙем бесән саба белмәй инем, клубҡа эшкә килгәс, уның тирәләй сүптәрҙе саба-саба өйрәнергә тура килде. Әле бесән сабып ярышыусыларға һоҡланып ҡарап торҙом да, эргәмдә бесән сабыу оҫтаһы торған: «Береһе лә дөрөҫ сапманы»,- тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс: «Мин генә саба белмәйем түгел икән»,- тип ҡыуанып киттем хатта. Сара ныҡ шәп, матур булды, рәхмәт.
Тулы материал, шул иҫәптән, өмәлә ҡатнашыусылар фекере бөгөн гәзиттә баҫылды.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: