Все новости
Өмәләр
25 Сентября 2021, 11:42

Өмөт орлоҡтары

Ниндәй генә сара булмаһын, унда балалаларҙы күреүе ҡыуаныс, эшләгәнең бушҡа түгел, бына ошо балалар өсөн эшләнә, әйтерһең.

Өмөт орлоҡтары
Өмөт орлоҡтары

...Исемдәре бигерәк матур Сәйҙә һәм Рамина. Бер ҡатлы, ғәмһеҙ булып, ололар араһында, тәтелдәп, йөрөп яталар. Хәйер, ниңә ғәмһеҙ булһындар, ғәмдәре хәтәр - ағас ултырталар. Әсәләре Регина менән. Аталары ҡайҙа - ул райондың ҙурыраҡ ғәмдәре менән мәшғүл. Ул да ағас ултыра һалды ла,, артабан балыҡ фестиваленә китте - Аҡһарыға. Данил Акилов.
Өс ҡыҙ заты, өс Хәйбулла һылыуы, улай ғына түгел, өс милләт киләсәге, шулай итеп, Көйөргәҙе еренә ағас төрттө. Ағас ултыртты ғына түгел, киләсәккә өмөт орлоҡтары һипте.
Үҙебеҙ үҫтергәндең сәскәләрен еҫкәп, емештәрен татып йәшәргә булһын. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: