Все новости
Өмәләр
15 Октября 2021, 16:16

Беҙ барыбер шәп халыҡ

Ҡотлоюлдарҙың районға үпкәһе ҙур - быйыл анау сама әҙерләнеп, көтөп, ауылдарының юбилейҙарын үткәрҙеләр, ә ситтән килеп ҡотлаған, эштәрен баһалаған кеше булманы. Сир ти? Булһа ни, башҡа ауылдарҙа үткәрҙеләр, Фольклориадала ҡосаҡлашып бейеп йөрөнөләр, бер беҙгә генә ярамаған һымаҡ килеп сыҡты. 

Беҙ барыбер шәп халыҡ
Беҙ барыбер шәп халыҡ
Шулай ҙа Ҡотлоюл халҡы оҙаҡ итеп асыу һаҡлай торған халыҡ түгел - әйтте лә онотто. Ысынында, кеше өсөн түгел, үҙҙәре өсөн йәшәйҙәр, ауылдарын үҙҙәре матурлап тотмаһа, ситтән береһе лә килеп йыйыштырып йөрөмәҫ. 
Аҙна һайын тиерлек өмәгә сығалар. Бөгөн дә бихисап эште эшләп ташлағандар. Бының өсөн уларға грамота бирмәй, хатта рәхмәт әйтмәй, үҙҙәрен үҙҙәре генә маҡтайҙар: барыбер беҙ шәп халыҡ ул, әй! Эш бөткәс, яланды бер итеп, табын йәйгәндәр...
Ауыл старостаһы Надир Хәйбуллин беҙҙе Ҡотлоюлға саҡырҙы: әллә күпме эштәр башҡарылды, әйтәһе һүҙҙәр күп, килегеҙ. Барабыҙ. Репортаж киләһе аҙнала булыр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: