Все новости
Өмәләр
6 Ноября 2021, 12:09

Йоланы боҙмай ғына

Булды быныһы ла - аҙ ғына выҡыт эсендә ике өмә. Яманһарылар яңыраҡ ҡына зыяраттарына будка яһап ҡуйғайнылар,  https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_62462  бөгөн әрүахтар йортон таҙартырға сыҡтылар. 

Йоланы боҙмай ғына
Йоланы боҙмай ғына
Сәғәт туғыҙынсы яртыла уҡ сығып баҫығыҙ тигән оран булһа ла, ауыл кешеһе теүәл ваҡытта барыһын да башҡарып өйрәнмәгән, концерт, йыйылыш булһа ла, кәмендә, ярты сәғәткә һуңлап килә торған. Әле лә был йола боҙолманы. Урамда бер нисә ир: ҡайҙа тегеһе, ҡайҙа быныһы тигән кеүек һорашып торҙолар ҙа, ҡуҙғалдылар - килгәне барыбер килә. Ысынлап та, күп тә ваҡыт үтмәй, зыяраттары ир-атҡа тулды. Ҡороған ағастар күп, уларҙан ҡотолорға кәрәк, яңы будка эсендәгеә иҫке мейесте лә рәтенә килтерергә кәрәк... 
- Беҙҙең ауыл берҙәм ул, - тиеште ирҙәр, - этеп-төртөргә кәрәкмәй, йоланы береһе лә боҙмай. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: