Все новости
Өмәләр
29 Ноября 2021, 10:22

Йомарттың күңеле шат

Яңы йылды көтөп, ҡасан байрам итәбеҙ инде тип ултырмайбыҙ, байрамдар беҙҙә йәһәннәм. Ҡаҙ өмәһе нимәһе менән байрам түгел, ныҡлап тотонһаң, Яңы йылды ла уҙҙыра ул. Тиҫтәләгән ҡошто һуйып, йолҡоп, эш итеп элеп ҡуй - күңел күтәрелмәҫ ерҙән күтәрелер (Яңы йылда, киреһенсә, барыһы ла расходҡа ғына). Гармун тартып йырлауҙар, күршенән-күршегә йөрөшөүҙәр, бер-береңде маҡтап, туҫтаҡ тотоуҙар. Ныҡ арып киткәс, мунсаға кереп китәһең, уныһы көнө буйы төтөнөн сығарып ултыра - хет әллә нисә рәт сабын.

Йомарттың күңеле шат
Йомарттың күңеле шат

Яҡшымбәттәр тап шулай итеп үткәрә Ҡаҙ өмәһен. Үткән аҙнала Абдуллиндар ғаиләһе ойошторған муллыҡ байрамын бөтөн ауыл ишетеп торған. Абдуллиндар үҙҙәре йомарт, киң күңелле кешеләр, ике ҡул менән биреп, бер ҡул менән алып йәшәп өйрәнгәндәр, шуғалырмы, Хоҙай уларға бәрәкәтте йәлләмәй, бына быйыл да ҡаҙҙары ғәләмәт уңған, бышырлап ҡына әйтеүҙәренсә, күршеләренекен дә уҙҙырған икән.
Үҙ ҡулдарығыҙ менән тапҡанды үҙ ҡулдарығыҙ менән ейергә яҙһын, Рәүеф, Гөлгөнә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: