Бөгөнгө район хакимиәте янындағы барған өмәгә эркелеп сыҡҡан халыҡты күргәс, был һүҙҙең раҫ икәненә тағы бер ҡат ышандыҡ.
Кемеһе генә юҡ, хакимиәт, мәҙәниәт, тағы беҙ танып та етмәгән әллә күпме кеше - бер эш, бер маҡсат берләштерҙе уларҙы - таҙалыҡ.
Кәйефтәр көр, ҡиәфәт эшлекле. Кемеһелер, бөгөн бик шәптән күренмәйем бөгөн, фотоға төшөрмәгеҙ әле тип наҙланып маташты. Бик матурҙарсы. Эш эшләгән кеше ямаҡ буламы ни?
Көрәк, лом, һепертке, тоҡсайҙар - булайыҡ беҙ гел шат һәм байҙар.