

Яңы Мораптал ауылы халҡын этеп-төртөргә кәрәкмәй, әйткәнде лә көтмәй, өмәгә үҙҙәре ашҡынып тора. Бына бөгөн "Алһыу" балалар баҡсаһы яны ялап алғандай матурланып киткән - ата-әсәләр шулай тырышҡан. Үҙҙәренең балалары бында тәрбиәләнә бит, бөтәһе лә таҙа, тәртиптә булһын. Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Земфира Ғүмәрова был күренешкә иҫе китеп ҡарап торған: бындай ата-әсәне (балалары ла, үҙҙәренә оҡшап, тырыштар) һауаларҙан теләп тә алып булмаҫ, бигерәк шәптәр.