Өмәләр
15 Апрель 2022, 09:40

Фарман

- Нисек, ҡалай эшләгәнегеҙҙе фотоға төшөрөп, күпме кило сүп йыйғанығыҙҙы яҙып, отчет ебәрегеҙ! 

ФарманФарман
Фарман
Фарман етди, тимәк, үтәргә кәрәк. Үтәнек. Беҙҙең яндағы ҡар, уға теймәһәң, июнь айына тиклем ята торған ҡар, бында гел күләгә. Сыҡтыҡ. Сыҡмай ҙа булмай, гәзит алырға тиклем килгән Сиражетдин Түләгәнов үҙе көрәк тотоп көтөп тора.
- Абзый, башҡа эшең юҡмы әллә?
- Бына күреп ҡалдым да, ярҙам итәйем тинем.
- Нисә йәш ул һиңә?
- 68 була.
Фотолар булды, сүп үлсәнде (3 килограмм самаһы, бында ҡый күп, төн булдымы, йәштәр ошонда йыйыла ла тора). Фарман үтәлде. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас