+22 °С
Ямғыр


Ҡотлоюлдар. Улар бик бойғоп ҡына өмә яһап йөрөй икән тип уйламағыҙ, дәртле халыҡ улар, йәшлектәре лә үтәмәгән, янып торған саҡтары. Ҡотлоюлдарҙы кем белә, алдарға ирек бирмәҫ, улар бер йыйылдымы, тиҙ генә таралашымай, бәләкәй генә сәбәптән дә байрам яһай ҙа ҡуя. Бөгөн дә шулай булған. Ултырып алғандар. Ауылдары йәмгә төрөндө, донъя матур, хозурлыҡҡа һоҡланып ултырайыҡ әле, ашыҡмайыҡ.