Өмәләр
23 Апреля 2022, 06:10

Һыу һибегеҙ гөлдәргә

Эйе, бөгөн бөтөн республика файҙалы эшкә кереште  "Йәшел Башҡортостан" ил буйлап атлай.  

Һыу һибегеҙ гөлдәргәҺыу һибегеҙ гөлдәргә
Һыу һибегеҙ гөлдәргә

Күмертауҙар был акцияны дәррәү күтәреп алды, бына әле генә Еңеү майҙанында ялҡынлы телмәрҙәр яңғыраны, хәҙер көрәктәргә тотонасаҡтар. Кисә бер, йыл да ошо акцияла ҡатнашҡан ағайҙан һорайһы иттек:

- Йыл да ағастар ултыртыла, ҡала хәҙер йәшелгә күмелеп бөткәндер ул?
- Йыл да ултырҡандарыбыҙ ҡорой бит. 
- ???
- Быйыл былтыр ҡороғандарын алып ташлап, урынына яңыһын ултыртабыҙ. 
Майҙанда дәртле йыр ҙа яңғыраны. Эх, берәйһенең башы етеп, мәрхүм Радик ағайҙың йырын ебәрһә шәп булыр ине: "Һыу һибегеҙ гөлдәргә".
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас