

Сүп-сар түгелә торған контейнерҙың эргәһенә барырлыҡ түгел, йыл да шул бер хәл. Унда балалар памперсы, бер тапҡыр ҡулланыла торған полиэтилен пакеттар, мунсаға яғып була торған ваҡ-төйәк сүп тә етәрлек, аҡса түләйбеҙ, тип ташлайҙарҙыр инде. Ныҡлы тоҡҡа һалып, бәйләп түгегеҙ, тип алдан әйтеп торалар, барыбер үҙҙәренекен эшләйҙәр. Ошо сүп һауытын элекке ферма янына ҡуйырға кәрәк тип уйлап ҡуйҙыҡ.
Ферма тигәндәй, ферманың артындағы сүпте йыйып бөтөрөрлөк түгел. Унда нимә генә юҡ. Бер магазин асырлыҡ кәрәк-яраҡтар йәйелеп ята, тышлы һабындар, тотонолмаған уйынсыҡтар, ҡаш йолҡа торғандарҙан да бар хатта. Бынан сығып, ауылыбыҙҙа миллионерҙар, байҙар йәшәгәнен белдек хәҙер.
Материал тулы килеш йома һанында баҫылды.