Өмәләр
28 Апрель 2022, 06:50

Яппаров тоҡомо

Яманһарыла һуғыш ветерандары ҡалманы.

Яппаров тоҡомоЯппаров тоҡомо
Яппаров тоҡомо

Шулай ҙа, улар тураһында иҫтәлек, ветерандарға булған ихтирам был ауылда мәңге үлмәҫ.

Яманһарының уртаһында тиерлек Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға һәйкәл тора. Элек Еңеү байрамы гелән ошонда уҙҙы, йырҙар яңғырай ине, ҡыҙыл галстуктар елберҙәй, миҙалдар сыңлай....
Баҡыйлыҡҡа күскән олатайҙарыбыҙҙың рухы шат булһын тип, яманһарылар өмәгә сыҡҡан, ошо һәйкәл тирәһен таҙартырға, ҡыйшайғанын төҙәйтеп, тура булмағанын туралап ҡуйғандар. Эш әле бөтмәгән, һәйкәлде буяйһы бар. Уныһы ла эшләнер, Яманһарыла - Яманһары Яппаров тоҡомдары йәшәй ҙә, батырҙар тоҡомо. Үткәненә, бөгөнгөһөнә, киләсәгенә лә ҙур ихтирам менән ҡараған кешеләр. 
 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас