Все новости
Өмәләр
15 Мая 2022, 16:37

"Йәшлек" паркын йәшәрттек

Бөгөн, Яҡут ауылында, күркәм ғаилә байрамы көнөндә "Ғәилә ағасын ултырт" исемле акция ойошторолдо.

"Йәшлек" паркын йәшәрттек
"Йәшлек" паркын йәшәрттек

Үткән йыл Яҡут ауылы "Айыҡ ауыл 2020" республика бәйгеһендә еңеү яуланы. Һәм уның аҡсаһына бар мөмкинлектәре булған, спорт һәм ял паркы төҙөлдө. "Йәшлек" паркын йәшелләндереү маҡсатында ғаилә көнөндә ағас ултыртыуҙа ауылдаштарыбыҙ әүҙем ҡушылды. Барыһы 50 ағас, һәм сәскә үҫентеләре ултыртырды. Был сарала ҡатнашҡан һәр ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Үҙ еребеҙҙә үҙебеҙ хужа булып, бәләкәй Ватаныбыҙҙы ҡәҙер-хөрмәт итеп йәшәйектәр. Матурлыҡты, таҙалыҡты бергәләп булдырайыҡ һәм әлбиттә ҡәҙерләп, һаҡлайыҡ!

Рәмзиә Әбйәлилова, Яҡут ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: