Все новости
Өмәләр
10 Июня 2022, 14:52

Аҙыраҡ тын алды

Күмертауҙа, баҡһаң, барлығы 1200 Бөйөк Ватан һуғышы яугире ерләнгән. 

Аҙыраҡ тын алды
Аҙыраҡ тын алды
Ҡәберлектәренең ҡайһы берҙәре генә, бына, ҡот осҡос хәлдә, ҡаралмаған. Ғөмүмән, ҡаланың иҫке зыяратының хәле мөшкөл, ул күптән инде өмә тигәнде күргәне юҡ. Былтыр уҡ Күмертау башлығы Олег Фроловҡа ошолай тип әйткән булғандар. Ҡала ветерандары Советы өндәшкән. Олег Юрьевич оҙаҡ уйлап тормаған, бөгөн ҙур өмә яһарға булған. Иҫке зыяратты йыйыштырырға беҙ ҙә сыҡтыҡ.
- Уһу, бында... - килгән кеше бот сапты, - аҙна буйы эшләһәң дә эш бөтөрлөк түгел. 
Ысынлап та, был зыяраттағы сүп-сар бер Камаздың ғына хәленән килмәй.
Шулай ҙа булдыра алғанса халыҡ тырышты. Халыҡ тигәне Күмертау предприятиелары эшселәре (икешәр кеше бүлгәндәр), волонтерҙар, ветерандар үҙҙәре. 
Иҫке зыярат саҡ ҡына тын алып ҡалғандай булды. Тулы күкрәк менән тын алырға әле иртәрәк- эш бында йәһәннәм. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: