Все новости
Өмәләр
1 Июля 2022, 14:42

Өлөш

Күмертау ҡалаһының Матросов урамында элек ике ҡатлы ағас йорттар ултыра ине.

Өлөш
Өлөш

Емереп ташланылар уларҙы. Ә бына урыны ҡот осҡос булып ҡалды, ташландыҡ көйө бер кемгә кәрәкмәй ята бирҙе. Ағаслыҡ унда, етмәһә. Бына бөгөн бөтөн ҡаланы тиерлек йыйып (дөрөҫ, кеше аҙ булды), ошонда өмә үткәрҙеләр. Беҙ ҙә аҙ ғына өлөш индерҙек. Бында ни, тотош урман булған икән, керһәң, аҙашырға була. 

Баҡһаң, тиҙҙән был урында Скейт-парк буласаҡ. Әле эштәр башланған да инде. Оҙаҡламай, бында матур, заманса скейт-парк барлыҡҡа килгәс, уның менән һоҡланып, әйтербеҙ: был паркка беҙ ҙә өлөш кереттек. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: