Все новости
Өмәләр
11 Августа 2022, 10:10

Фиҙаҡәр хеҙмәт

Шотт паркы - беҙҙең ғорурлыҡ. Ғорурлығы -ғорурлыҡ та, күптәр уның ҡәҙерен белеп етмәй.

Фиҙаҡәр хеҙмәт
Фиҙаҡәр хеҙмәт
Сүп ташлай, төҙөгәнде емерергә лә аптырап тормай. Район хакимиәте әллә нисә рәт халыҡҡа өндәште (ялбарҙы хатта): булғандың ҡәҙерен белегеҙ. Беҙгә бында йәшәргә, ғәзиз еребеҙҙе бысыратмайыҡ, тәртиптә тотайыҡ. Аңлағаны аңлай, аңламағаны...
Паркта йыш ҡына өмәләр ҙә булып тора, был осраҡта ла, әйҙәгеҙ, барығыҙ ҙа сығығыҙ тип оран һалалар. Бөгөн дә үтте бында өмә, хакимиәт вәкилдәре ҙур фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәтте. Парк рәхәт итеп, киң күкрәк менән, һулыш алып ҡуйҙы.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: