Все новости
Өмәләр
11 Августа 2022, 09:01

Рәхмәт әйткән

Экологик өмәләр үткәреү - әлеге иң актуаль эш. Кисә Аҡһары быуаһында ла киң масштаблы өмә үткән.  

Рәхмәт әйткән
Рәхмәт әйткән

Был һыуһаҡлағыс - райондың йөҙөк ҡашы тиһәң дә була, бында кем генә килмәй ҙә, кем генә ҡуна ятмай. Килгәндәрҙең һәр береһенең тәрбиәһе шәптән булмай, үҙ артынан сүп-сар ҡалдыра. Бөтөн бәлә ауыл хакимиәте башына төшә. Кисә, шулай, байтаҡ ҡына кеше, күмәкләп сығып, һыуһаҡлағыс тирәһен йыйыштырғандар. Быуа иркен тын алып ҡалған, хатта тулҡындары менән шыбырлап, рәхмәт тә әйткән. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: