Все новости
Өмәләр
11 Августа 2022, 16:40

"Терәүҙән ҡотолдоҡ"

Өмәләр бөтөн ерҙә киң ҡолас менән бара.  

"Терәүҙән ҡотолдоҡ"
"Терәүҙән ҡотолдоҡ"

Иртәгә, мәҫәлән, Күмертау ҙа ҡушыла экологик өмәгә - Һаулыҡ һуҡмағы тип аталған тау битләүен йыйыштырырға таңдан уҡ бөтөн халыҡ сыға (репортаж - иртәгә). Шулай ҙа иң изге эш - зыяраттарҙы тәртипкә килтереүҙер ул. Был йәһәттән дә халыҡ эште шәп алып бара, был ялдарҙа, миҫалға, Зәк-Ишмәттәр зыяраттарын рәтләмәксе. Ҙур өмә була. 

Ҡансыралар ҙа төшөп ҡалған халыҡ түгел, изге урындарын онотҡандары юҡ. Зыяраттарының кәртәһе йүнле түгел ине, ул ауып китмәһен тип, терәүҙәр ҡуйылып сыҡҡайны. Әҙәмдән оят. Әл дә Реаль эштәр тигән программа бар, Бына әле, ошо программа ярҙамында, өр яңы кәртә ҡуйғандар. Ҡарап тороуы күңелле хатта. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: