Все новости
Өмәләр
19 Октября 2022, 09:59

Кинйәбайҙар көтә

- Кинйәбай зыяратына 350 метр арауыҡҡа юл һалынды. 

Кинйәбайҙар көтә
Кинйәбайҙар көтә

Алла бирһә, икенсе йылға илдәр тыныс ҡына торһа, барыһы ла эшләнеп ҡуйылыр. Был эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн материаль ярҙам күрһәтеүсе Хәсәновтар һәм Ғәббәсовтар ғаиләләренә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Эште Юрий Владимирович Шибиндың ойошмаһы башҡарҙы, ҡырсынды Яманғолдан ташып түшәнеләр. Уның водителдәре Эдуард, Александр, Сергей һәм Фәдис ял тип тормай эште еренә-еткереп башҡарҙылар. Ошо эштең башынан аҙағына тиклем үҙ контролендә тотоп, һалынған юл сифатлы булһын тип йүгереп йөрөгән, төп спонсорҙың ағаһы Камил Хәсәновҡа ҙур рәхмәт, өмәлә ҡатнашҡан һәр ауыл халҡына рәхмәт, айырыуса әүҙем булған Минийәр, Ишмөхәммәт, Фәдис Ғәббәсовтарға ҙур рәхмәт....

Кинйәбай зыяратында башҡарылған эштәр хаҡында тулыраҡ гәзиттә бирелде. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: