Все новости
Өмәләр
19 Октября 2022, 09:54

Ҙур ярҙам

- Ялсыҡай ауылы халҡы, ППМИ-ға үтә алмаһа ла, зыяраттарын өр-яңы заманса материалдар менән кәртәләүгә иреште. 

Ҙур ярҙам
Ҙур ярҙам

Өй башынан 1500 һум аҡса йыйҙылар, Наҡия Хәмитова 50 мең һум ҡалдырҙы, 5-3 меңләп тә бирҙеләр, ауылдан яҡынса 250 мең һум аҡса йыйып, "Реаль эштәр" программаһы аҡсаһын бүлеп барлыҡ кәрәкле нәмәләрҙе алдыҡ. Был эштең башынан аҙағына тиклем йүгереп йөрөгәндәргә ҙур рәхмәт, ауыл депутаты Мәҙинә Ҡунаҡҡолова һөр береһенә үҙе сығып аҡса йыйҙы, ауыл старостаһы Азамат Үлмәҫбаев материалдарға заказ биреп, уң ҡулы Илһам Ҡотлогилдин менән өмәне ойоштороп, ҡайҙа нәмә етмәй шуны табып йөрөнө. Эштәр яйға һалынып, өмә башланғас, фермер Хафиз Сарбаев ауыл зыяратына электргенератор бүләк итте, был да ауыл халҡы өсөн ҙур ярҙам. Алынған материалдар бөтөп, эште туҡтатабыҙ тип торғанда, шәхси эшҡыуар, ошо ауыл егете Юлай Сәғитов, елдертеп барып 24 мең һумлыҡ материалдар алып ҡайтып бирҙе...

Был хаҡта ла тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: