Шулай тип әйтә халыҡ. Ялсыҡайҙа эш муйындан, йыл әйләнәһенә ҡыбырлайҙар, бер генә лә тик торғандары юҡ. Шулай булғас, билдәле, көҙҙәрҙе ҡыуанып ҡаршы алалар. Келәт тулы ит тә май.
Ҡаҙ өмәләре башланды. Ялсыҡай янынан үтеп барғанда, үҙең дә һиҙмәҫтән, машинаны яйлатаһың, күңелле көлөшкән, йырлашҡан тауыштар ишетелә, танауҙы тәмле һурпа еҫтәре ҡытыҡлай.