0 °С
Облачно
Берҙәмдәр. Ауылдың бер осонда береһе йыр һуҙһа, уға, ишетеп ҡалғаны, ауылдың икенсе осонда булғаны ла, ҡушыла - бергә йырлаһаң, йыр көслөрәк тә, матурыраҡ та яңғырай.
Эштә лә шулай. Береһе эшләгәнде икенсеһе ҡарап тороу тигән нәмә юҡ. Берҙәмдәр. Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылы халҡы. Барыһын бергә башҡарып, бөтәһен уртаҡлашып йәшәргә күнеккән кешеләр был матур йолаларға быуаттар буйы тоғро ҡала. Бына әле лә, ҡаҙ өмәләре мәлендә, тотош Илкәнәй байрам иленә әйләнде, тауыш-тынһыҙ ғына эшләһәләр ҙә була, әммә...
Юҡ, илкәнәйҙәр бит улар! Ҡаҙ өмәһе гармунһыҙ, йырһыҙ, уйын-көлкөһөҙ булмай, шулай итһәң, эш тә ырамлы бара, һуғым да тәмлерәк була:
Ҡаҙ ҡанаты ҡауырый-ҡауырый,
Хаттар яҙырға ярай;
Уйнамағас та көлмәгәс,
Был донъя ниңә ярай.