- Арыу булған, һимеҙ. Ризыҡҡа яҙһын. Ҡыуанып ашарға булһын!
Бындай мәлдә күңелдәр ныҡ күтәренке була, һуғым һуйыу - кешенең иң яратҡан өмәһелер.
Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында бөгөн ана шундай ҡыуанып йөрөгән мәлдәре. Әҙәм балаһы нимә, бындай уңышҡа (үҙең үҫтергән хәләл ризыҡ) хатта йорттағы эт тә шатлана, шатлығынан, ҡойроғон болғай-болғай, янда йөрөй, миңә лә өлөш сыҡмаҫмы?
Сығыр. Барыһына ла етер. Сәләмәтлек булһын да илдәр тыныс булһын.