Все новости
Өмәләр
4 Декабря 2022, 15:38

Хәләл

Кемдер ятҡаны һәйбәт, кемдер торғаны, ти.

Хәләл
Хәләл

Һуғым малды нисек һуйырға - ошо турала бәхәс китте беҙҙең төркөмдә. Ысынлап та, һәр яҡтың үҙ йолаһы, кем нисек өйрәнгән, малды шулай сала. Ятһа ла, торһа ла, уның аҙағы һәйбәт булыуы мөһим - туҡлыҡ, таҙалыҡ, ҡәнәғәт булыу. 
Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылы ла малды үҙенсә сала, үҙенсә тунай, ботон ботса, ҡулын - ҡулса турай. (Ҡулдары ла еңел, кемеһе салһа ла, ите хәтәр тәмле була). Аҙаҡ иттәр келәттәргә инеп тора. Аҫылынып. Кемдең Илкәнәй ауылы хужаларының келәттәренә ингәне бар, шул белә: унда тура баҫып йөрөп булмай, мотлаҡ сүкәйергә, иңкәйергә кәрәк, юҡһа, башың, яуырының менән иткә бәреләһең. Бына шулай муллыҡта йәшәй илкәнәйҙәр.
Мораль: нисек һуйһаң да - хәләл, бар тәғәмде күңелле табын артында, туғандар менән бергә ейергә яҙһын. Эсәк менән дә шулай (эс-ҡарынды аяҡ аҫтына һалып тапайһығыҙ тип тә әрләнеләр), уны тапап йыуһаҡ, йыуайыҡ, үҙебеҙ тапалып йәшәмәйек. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: