Все новости
Өмәләр
16 Декабря 2022, 09:15

Муллыҡ байрамы

- Ҡаҙ сепейҙәрен май аҙағында алғайныҡ. Аллаға шөкөр, һимеҙҙәр.

Муллыҡ байрамы
Муллыҡ байрамы

Өмәгә ауылымдың шәп, етеҙ ҡатындары йыйылды, бергәләшеп тиҙ арала 20 ҡаҙҙы йолҡоп, эште йәһәт кенә бөттөк. Өмәгә ҡаҙҙы йолҡорға ғына түгел, ә бергәләшеп аралышырға, күңел асырға тип тә йыйылабыҙ. Ҡаҙҙарҙы тормош иптәшем салды. Ҡош-ҡорт итенең тәмлелеге салыусынан да ҡарай тиҙәр. Ҡотло ҡуллы ир-егет салһа ите тәмле, йомшаҡ булыр. Өҫтәл әҙерләп, өмәселәргә өлөшләп ҡаҙ ашы ашатып, рәхмәттәр әйтеп оҙатып ҡалдым, - тип һөйләне Әлфиә апай.

Мәҡәлә үткән йома көнө гәзиттә тулы килеш баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: