Все новости
Өмәләр
30 Апреля 2023, 11:00

Көн матур, кәйефтәр шәп!

Яҡуптар яҙғы өмәләрҙе дауам итә.

Көн матур, кәйефтәр шәп!
Көн матур, кәйефтәр шәп!

Ир-егеттәр зыяратты сүп үләндәрҙән таҙартты, ҡатын-ҡыҙҙар урамда бағаналар ағартты. Мәктәп - юл буйҙарында сүп-сар йыйҙы, мәктәп тирәһен йыйыштырҙы. Мәсет баҡсаһында ла инәйҙәр өмә ойошторҙо. Барыһына ла ҙур рәхмәт, һау сәләмәт булайыҡ!
Һүҙ уңайынан шуны өҫтәп үтергә кәрәк. Ауыл зыяратына үҙ туғандарының ҡәберлектәрен йыйыштырған кешеләр сүптәрҙе ишек төбөндә ҡалдырмағыҙ зинһар. Мусор контейнерына һалығыҙ. Ауыл халҡы һеҙҙең артығыҙҙан йыйыштырып йөрөргә тейеш түгел. Шулай уҡ юл ситтәрендә пакет менән сүп ҡалдырып китеүселәр күбәйҙе. Һәр бер ауылда контейнерҙар ултыра, шунда ташлағыҙ инде зинһар! Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!

Яҡуп ауылы төркөмө. 

Автор:
Читайте нас: