-1 °С
Болотло
Бар ерҙә өмә барғанда улар ҙа тик ятманылар. Илкәнәй халҡы зыяраттарында ҙур өмә үткәрҙеләр. Изге урындың эсен, тирә-яғын таҙалап, сүп-сарҙарын тейәп түктеләр.
- Берҙәмлектә - көс. Изге эште башҡарып, тиҙ арала йыйыштырып та бөттөк. Әруахтарыбыҙ рухы шат булыр, тыныс ятһындар. Кемдәр өмәлә ҡатнашҡан, барыһына ла ҙур рәхмәт, - ти Илкәнәй ауылы биләмәһе башлығы Рузалия Аҡбулатова.