Беҙҙең Көнсығыш урамында 19 өй, шуларҙың 1-2 өйөндә йәшәмәйҙәр, кисә ошо ҡалған өйҙәрҙең ҡаршыһында 300-гә яҡын шыршылар ултыртып сыктылар. Сельсовет башлығынан рөхсәт алғас, беҙ, күрһәтелгән урындан үҙебеҙ барып шыршыларҙы ҡаҙып алып ҡайттыҡ. Рахматуллин Рәискә, Абукаев Фәнилгә, Абзалилов Ғаязға, Мәҡсүтова Наиләгә, Гөлфиә Нафиҡоваға, Ғәлиев Ранилгә ҙур рәхмәт. Бына улар менән барып алып ҡайттыҡ үҫентеләрҙе, үҙебеҙҙең клуб баҡсаһына ла 6 штук шыршы алып ҡайттыҡ.
Шулай уҡ Баширов Рәмил абзый ҡарағай менән миләш ағастары алып ҡайтып ултыртҡан. Барыһына ла ҙур рәхмәт.
Алла бирә, ултыртҡан ағастарыбыҙ шаулап гөрләп үҫеп китерҙәр әле. Иң мөһиме һуғыш тиҙерәк бөтһөн, илдәребеҙ тыныс булһын.
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА,
Яңы Мораптал ауылының Көнсығыш урамы старостаһы.