Мәҙәниәт
15 Март 2022, 06:42

Халыҡтыҡы булып ҡалығыҙ

Үткәнендә, район театрҙары гастролдәр менән йөрөй башлағас, ҡайһы бер артистарыбыҙҙы Халыҡ артисы тип яҙғайныҡ. Аҙаҡ көлдөләр: ниңә беҙҙе улай мыҫҡыл иттегеҙ? 

Халыҡтыҡы булып ҡалығыҙХалыҡтыҡы булып ҡалығыҙ
Халыҡтыҡы булып ҡалығыҙ

 Етди итеп әйтәбеҙ: бер мыҫҡыл да юҡ, һеҙ - район артистары - ысын мәғәнәһендә халыҡ артисы. Илкәнәй ауылы, Яҡшымбәт ауылы, Шәбағыш, Мораптал.... ауылдарының халыҡ артистары. Театр - юғары сәнғәт, ул һәр ауылда юҡ та (яңыраҡ бер гәзиттә Фәлән ауылда хәтәр шәп репетиция бара тип яҙҙылар, фотоларын ҡарайбыҙ: бер артист егет йөрөп ята, бәтәс, ул армияла ла баһа, театр тигәс, әрменән ҡайтарып торҙолармы икән әллә тип бот сапҡайныҡ, ысынында, бер ниндәй ҙә репетиция булмаған, театр булмай). 

Халыҡ тигән исемде раҫлар көн килеп етте. "Йәшлек" мәҙәниәт һарайында бөгөн Яҡшымбәт һәм Илкәнәй театрҙары ошо абруйлы исемде мәртәбәле жюри алдында яҡлай. Илкәнәйҙең нисек уйнағанын яҙҙыҡ инде, https://youshatir.ru/articles/m-ni-t/2022-03-07/h-t-r-bul-an-2718461
Яҡшымбәт артистары ла ғәләмәт итеп уйнай, шулай булмай, уларға Стерле театрынан ҡайтып, ауылдаштары, ысын артист, Рәсил Сынбулатов ярҙам итте, ҡыйыш-мыйыш ерҙәрен төҙәтте. 
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы - уңыштар һеҙгә, артистар! Артабан да бөтәгеҙгә лә халыҡтыҡы булып ҡалырға яҙһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас